Пятница, 26.04.2024, 19:09
Приветствую Вас Гость

Библиотечное районное объединение с.Малояз

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 25
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Форма входа
Главная » Гостевая книга [ Добавить запись ]

Страницы: 1
Показано 1-2 из 2 сообщений
2. Aigul Nurieva [Aigul]  (19.05.2011 12:22)
0  
Йәш йөрәктәрҙең дәрте, өмөтө, һүнмәҫ хыялы булып донъяға килә сабый бала. Кескәй булһа ла, уның күңеленә бөтөн донъя һыя. Дәрәжәһе оло: ул бит — һөйөү бүләге, мөхәббәт емеше.
Балаһына ошолай ҙурлап ҡараған йәш ата-әсәләр ота: бындай сабыйҙар киләсәктә көслө ихтыярлы, зирәк аҡыл эйәләре булып үҫә. “Аҡбуҙат” журналы — тап ана шундай ғаиләләрҙең тоғро дуҫы һәм кәңәшсеһе. Егерме йыл инде ул балаларҙың күңел һағында тора, рухтарын нығыта. Ҡайһы берҙә атай-әсәй күреп етмәгән аҡылды бирә, халҡыбыҙ тарихына һәм теленә ихтирам тәрбиәләй.
Хөрмәтле атай-әсәйҙәр! Заман башҡа — заң башҡа, тигәндәй, балаларыбыҙҙың мауығыуҙары ла торған һайын үҙгәрә. Хәҙер һәр сабыйҙы Интернет донъяһы һағалай. Һәр төрлө мәғлүмәтте бала дөрөҫ файҙалана белергә тейеш, уның аңын сәләмәт көйө һаҡлайыҡ.

1. Aigul Nurieva [Aigul]  (19.05.2011 12:21)
0  
“Аҡбуҙат” ошо юлда күп эш башҡара: балаларҙы ижадҡа ылыҡтыра, төрлө конкурстар уҙғара, сайтта ла ярыштар, уйындар ойоштора. Шуға ла журналыбыҙға киләһе ярты йыллыҡҡа яҙылырға онотмағыҙ. Әйткәндәй, 12 майҙан алып 22 майға тиклем матбуғатҡа яҙылыу буйынса Бөтә Рәсәй декадаһы үтә. “Аҡбуҙат” журналына ошо көндәрҙә ташламалы хаҡ менән яҙылып була — ни бары 122 һум 82 тингә генә!
Тамара Юлдашева,
“Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире

1-2

Оставлять сообщения могут только зарегистрированные пользователи
[Регистрация · Вход]
Поиск по сайту
Главные сайты